Иң матур ауыл конкурсы

Быйыл көҙ Башҡортостандың иң матур ауылы билдәле буласаҡ. "Республиканың муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм "Йәш депутаттар" ассоциацияһы менән берлектә ауылдар араһында яңы конкурс ойоштора. Төп шарт - һәр райондан тик бер генә ауыл тәҡдим ителергә тейеш. Ғаризалар 9 июлдән ҡабул ителә башланы. Жюри ағзалары артабан 54 ауылдан иң яҡшы егермеһен һайлап ала. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында финалға сыҡҡан ауылдарҙың исем туйы уҙғарыла, интерактив тауыш биреү уҙғарып, еңеүсе төбәкте билдәләү ҡаралған.

Йыр-бейеү, уйын-көлкө, спорт ярыштары. Әбйәлил районы ауылдары йәй буйы күңелле осрашыуҙарҙан гөрләп тора. Йыл һайын тиҫтәнән ашыу ауылда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" осрашыуы үтә. Сараның төп маҡсаты- байрам итеү, күңел асыу ғына түгел, ауылды, тыуған нигеҙҙәрҙе тәртипкә килтереү. Шуға күрә районда ташландыҡ йортттар, емерелеп барған кәртә-ҡура юҡ, бөтә урамдар ҙа төҙөк, өйҙәр балҡып тора. Һәр байрамдан һуң ауылдар яңынан тыуғандай була.

Тәслимә Сафина, Тупаҡ ауылында йәшәүсе: «Бөтә ауыл матурлана, шуға күрә бындай байрамдарҙы 5-10 йылға бер үткәрәбеҙ. Иң мөһиме ауыл матурлана, беҙ шуға тырышабыҙ.»

Район хакимиәте лә был сараға айырым иғтибар бүлә. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" үткән ауылдарҙа социаль объекттар төҙөкләндерелә, юлдарға ҡырсынташ түшәлә. Мәҫәлән, быйыл Тупаҡ ауылында өс километр юл тәртипкә килтерелгән, ошо маҡсатта 4 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Хакимиәт вәкилдәре фекеренсә, ауылдарҙы төҙөкләндереүҙән тыш, был байрамдың тағы бер оло әһәмиәте бар - быуындар бәйләнешен, күсәгилешлекте һаҡлау. Милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр тап ошондай байрамдар, осрашыуҙар аша тапшырыла.

Булат Исламбаев, Әбйәлил районы советы секретары: «Күптән күрмәгән ауылдаштарҙы күреү, ауылдарынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыу, улар менән йәштәрҙе таныштырыу, шәжәрәләрҙе тергеҙеү ниәте менән үтә был байрам. Унан тыш әлбиттә ауыл да төҙөкләнә.»

Хәҙер бөтә республикаға таралған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына нигеҙ 1966 йылда тап Әбйәлил районында һалына, уны ойоштороу ниәтен билдәле ғалим Ғәли Ишбулатов тәҡдим итә. Халыҡ уны дәррәү күтәреп ала, бөгөн иһә был байрам район тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Әбйәлилдәр республика конкурсына Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтовтың тыуған ауылы Хәлилде тәҡдим итергә ниәтләй. Әлбиттә, конкурсҡа ҙур ауылдарҙы әҙерләү ҡыйыныраҡ. Әммә төҙөклөгө менән дан тотҡан район өсөн был бурыс артыҡ ҡатмарлы түгел.

Рөстәм Исхаҡов, Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы башҡарма директоры: «Беренсе урын алыусы ауылға «Башҡортостан республикаһының 2018 йылдағы иң матур ауылы» тип яҙылған стелла ҡуйырға килештек.»

Конкурста ауылдың төҙөклөгөнә генә түгел, тарихына ла айырым иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ урында халыҡ тарафынан йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙың уҙғарылыуы мотлаҡ. Еңеүселәрҙе аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.

Автор: Рәмзиә Кәримова