Республикала йәшәүсе ир законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән

Башҡортостанда эшҡыуар быуа буйында урынлашҡан ял итеү урынын һүтәсәк. Нефтекамала прокуратура судҡа мөрәжәғәт итә. Ведомство тикшереүенән һуң, ир законһыҙ һәм рөхсәтһеҙ һыу буйында мунса төҙөгәне асыҡлана.

Эшҡыуар 37 сутый майҙанды кәртәләп ала.Биләмәлә мунса эшләп, уны ҡуртымға бирә. Бынан тыш, ирҙең тейешле документтары булмай сыға.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, был урында төҙөлөш эше рөхсәт ителмәй. Быға юғары вольтлы электр сымдары сәбәпсе. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: Интернет