Ҡылғандары изгелек

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Кешеләргә барып етер. "Беҙ йәшәү өсөн" хәйриә күргәҙмәһе мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тормошта үҙҙәрен раҫлаусы проект булып тора. Сәләмәт тормош алып барыу, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға арналған ҡул эштәре күргәҙмәһе 22 июлгә тиклем эшләй.

Унда меңдән ашыу экспонат ҡуйылған. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм өлкәндәр был эштәргә бар һәләтен һәм күңел йылыһын һалған. Уларҙың мөмкинлектәре сикле булһа ла, йәшәүгә ынтылыштары ҙур. Һигеҙ йыл дауамында акция ауыр тормош хәленә ҡалыусыларҙы берләштерә. Күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар араһында Ленинград блокадаһын үтеүсе Жанна Валадимировна Розенблюмдың да эштәре бар. Ауыр һуғыш ҡамауынан иҫән ҡалған ханым Ер йөҙөндә һуғыш булмаһын тигән теләктә.

Жанна Розенблюм, Ленинград блокадаһында ҡатнашыусы: «Һуғыштар булмаһын, кешеләр яҡындарын юғалтмаһын, сөнки мин үҙ атайымды фотоһүрәтенән генә беләм»

Башҡортостан хаҡлы ялдағы ветерандарҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы аяуһыҙ яуҙарҙа һәләк булған һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереү өлкәһендә мөһим эш алып бара. Бөгөнгө сарала уларҙың ғаиләләрен яҡлау, яуҙа инвалидлыҡ алғандарҙы ҡурсалау, илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандарҙы онотмау маҡсатында мәҡәләләр, очерктар әҙерләү, иҫән ветерандар менән йышыраҡ осрашыуҙар үткәреү, шефлыҡ итеү мәсьләләре лә ҡаралды. Сара һуңында ветерандар Еңеү колонналарына үҙ теләктәрен яҙҙы.

Лилиә Күсемова, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса "Башинтерком" коммерция булмаған хәйриә ресурс компанияһы директоры: «Был күргәҙмә ай дауамында эшләне.Беҙ бөгөн тағы ла бер тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары ҡаһарманлығын онотмауыбыҙҙы раҫланыҡ. »

Автор: Гүзәл Борханова