Башҡалала үҙ аллы урынлаштырылған күтәрмәләр алына

19 июлдә Рабкоров урамында урынлашҡан күтәрмәләр алына. Бындай күтәрмәләрҙе бары тик шәхси биләмәләрҙә генә урынлаштырыу мөмкин. Тик йыш ҡына йорт алдарына законһыҙ рәүештә күтәрмәләр ҡуйыла.

Рабкоров урамы, 4/4 йортонда йәшәүселәргә күтәрмәләр муниципалитет биләмәһендә урынлашыуы хаҡында иҫкәртәләр. Уның хужалары ер биләмәһе хужаһы-Өфө ҡала хакимиәте рөхсәтенән тыш, күтәрмәне ҡуйған.

Был хоҡуҡ боҙоу өсөн биш мең һумдан да кәм булмаған штраф ҡаралған. Күтәрмәләрҙе һүтеү эше дауам итәсәк.