Башҡортостанда янғын ваҡытында пенсионер ҡатын зыян күрә

20 июлгә ҡараған төндә Туймазыла янғын теркәлә. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр оҙатыла.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 04:33 сәғәттә Туймазы ҡалаһында кирбес йорт яныуы хаҡында мәғлүмәт алына. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғында оло йәштәге ҡатын зыян күрә.

Янғын һүндереүгә ике берәмек техника һәм алты кеше йәлеп ителә. Ваҡиға сәбәптәре билдәһеҙ. Әле тикшереү эше бара.

Фото: Интернет