Башҡортостанда "Трактор" операцияһы башланды.

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыуҙа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү айлығы дауам итә. Операция барышында машиналарҙың төҙөклөгөнә, дәүләт номерҙарының теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленәсәк. Баш ҡала урамдарында ойошторолған рейдтарҙың береһендә беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты.

Өфөнөң Пугачев урамында еңел автомобилдәр менән бергә тракторҙар ҙа күп йөрөй. Сөнки эргәлә генә күләмле төҙөлөш эштәре бара, шулай уҡ Киров районының төҙөкләндереү идаралығы ла яҡында урынлашҡан. Бынан тыш, ҡаланан ситкә сығыусы һәм кире йүнәлештәге транспорт саралары ла ошо юлдан йөрөргә күнеккән. Шуға ла инспекторҙарҙың тап ошо урында рейдҡа сығыуы бер ҙә генә осраҡлы түгел. Рейд барышында улар һанаулы ғына ваҡыт эсендә ике тиҫтәләп тракторҙы туҡтатты.

Рейд барышында инспекторҙар махсус газ үлсәү ҡоролмалары менән дә эш итә. Уның ярҙамында трактор бүлеп сығарған төтөндөң составы үлсәнә. Һауаны бысратыусыларға ла штраф һалына. Талап буйынса асыҡланған етешһеҙлектәр 10 көн эсендә бөтөрөлөргә тейеш.

Бөгөн ауыл хужалығын йәки шәхси ихатаны тракторһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Мал аҙығы әҙерләгәндә, ер һөргәндә лә, ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартҡанда ла был төр транспортһыҙ булмай. Шуға ла республикала үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларҙың тағылмалары йылдан-йыл артыуы күҙәтелә.

Бөгөнгө рейд барышында туҡтатылған транспорт сараларының күбеһендә бер ниндәй етешһеҙлектәр ҙә табылманы. Әммә инспекторҙар ҡайһы бер механизаторҙарға ҡарата протокол төҙөлдө. Тәртип боҙоуҙар, башлыса яҡтыртыу ҡоролмалары һәм рулдәге етешһеҙлектәргә бәйле булды.

Автор: Илдар Байбулатов