"Тере Өфө" проекты

Белгестәр билдәләүенсә, 2010 йылдан алып Ер йөҙөндәге халыҡтың яртыһынан күбеһе ҡалаларҙа көн итә. Ҡыҙғанысҡа, ҡалалағылар ерҙең төп бысратыусылары иҫәбендә. Тәбиғәттән ҡулланыусылар һыуҙы, ер байлыҡтарын үҙенә хеҙмәт иттерә, мегаполистарҙа сәнәғәт үҫешә. Әммә ҡалалар экологик күҙлектән ҡарағанда яҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж. Йәшелләндереү, атмосфераға ауыр газдарҙы ташлауҙы кәметеү "Тере Өфө" проектының төп өлөштәре.

Артур Рәхмәтов, "Тере Өфө" проекты кураторы: «Был яңы һәм үҙенсәлекле проект. Өфөлә ул эшләй башлауға ни бары бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. Әлегә был хаҡта кеше бик аҙ белә. Ҡаланың 3 процент әүҙем кешеләрен йәлеп итергә тейешбеҙ. Төбәктә тирә-йүнде йәнләндереү проекты эшләп китһен өсөн йәмәғәтселек, бизнес һәм власть берлектә эшләргә тейеш.»

Автор: Гүзәл Борханова