Өҫтәмә белем биреүгә - 100 йыл.

Республиканың өҫтәмә белем биреү системаһына - 100 йыл тула. Иҫтәлекле датаға һәр өҫтәмә белем биреү усағы үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шул иҫәптән Комаров исемендәге пионерҙар һарайы ла... Бында сирек быуат дауамында бейеү дәрестәре лә уҡытыла. "Веселинка" өлгөлө балалар хореография ансамблендә бейеү сәнғәтен өйрәнеүселәр тап ошо стеналарҙа өҫтәмә белем ала һәм еңеүсе рухында тәрбиәләнә. Төрлө ил һәм ҡитғаларҙың мәҙәниәттәре менән дә танышыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡа тиҫтерҙәре ял иткәндә пионерҙар һарайының икенсе ҡатындағы 208-се бүлмәлә үҫмерҙәр тирләп-бешеп яңы бейеү өйрәнә. Үткән йома "Веселинка" ансамбле Абхазиянан халыҡ-ара конкурстан өс беренсе урын һәм Гран-при алып ҡайтты. Яңы уҡыу йылына Абхаз халыҡ бейеүе элементтарын тырышып өйрәнеүселәр хореограф Оксана Щуканың ни әйтергә теләгәнен күҙ ҡарашынан уҡ аңлап тора. Бейеү серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусыла талапсанлыҡ та, ижади ҡомар ҙа етәрлек.

Светлана Самойлова, В.Комаров исемендәге пионерҙар һарайының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директоры урынбаҫары: « Был коллектив бик көслө. Системалы эш һәм быуындар күсәгилешлеге үҙ һөҙөмтәһен бирә. Егерме биш йыллыҡ тарихы булған өлгөлө ансамбль барлыҡ еңеүҙәрен өҫтәмә белем биреү системаһының йөҙ йыллығына бағышлай. Был коллективта шөғөлләнгән балалар күптәре киләсәк һөнәрен сәнғәт менән бәйләй. »

"Веселинка" ансамблен Европа һәм Азия илдәрендә яҡшы беләләр. Уңыштың нигеҙендә эшһөйәрлек һәм тырышлыҡ ята. Тәжрибәле хореограф йәш бейеүселәрҙән дисциплина талап итә, шуға күрә лә үҫмерҙәр репетицияларға һуңламай. Ә сит илдәргә, Абхазияға булған сираттағы сәфәр уларҙы дуҫлыҡҡа һәм берҙәмлеккә һынай.

Мәликә Кәримова, "Веселинка" өлгөлө балалар хореография ансамбле солисы: «Тиҫтерҙәребеҙ рәхәтләнеп ял итте, ә беҙ был конкурҡа ай буйы әҙерләндек. Тырышлығыбыҙ лайыҡлы баһаланды. Ауыр булды, әммә бер нимәгә лә ҡарамай, беҙ өс беренсе урын һәм Гран-при яуланыҡ. »

Оксана Щука, "Веселинка" өлгөлө балалар хореография ансамбле етәксеһе, башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: «Түңәрәк өҫтәлгә йыйылғас, жюри рәйесенең ни өсөн балаларҙы бында алып килдегеҙ тигән һорауына күптәр юғалып ҡалды, ә мин генә беҙ һәр ваҡыт беренсе урын артынан киләбеҙ тип яуапланым. Абхазияла беҙгә бер юлы өс тапҡыр бәхет йылмайҙы. »

"Веселинка" ансамбле репертуарында алтмыштан ашыу донъя халыҡтары бейеүҙәре. Һәр илдән улар ерле халыҡтың тормош -көнкүрешен өйрәнеп, бейеүҙәрен отоп ҡайта. Абхаз йәштәренең туй бейеүе тәү ҡарашҡа уларҙың күптәре өсөн көс етмәҫтәй булып тойолһа ла, яңы уҡыу йылына улар был боронғо халыҡтың булмышын сағылдырған бейеүҙе бар камиилығында өйрәнеп сәхнәлә күрһәтәсәк.

Өҫтәмә белем биреү өлкәһендә "Веселинка"ансамбле һис шикһеҙ алдынғы. Уларҙың уңыштары халыҡ-ара кимәлдә 150-нән ашыу призлы урын һәм 16 тапҡыр Гран-при менән нығытылған. Тырыш, эшһөйәр үҫмерҙәр ниндәй генә һөнәр һайламаһын был стеналарҙа алған дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм илһөйәрлек нигеҙҙәренә хыянат итмәйәсәк.

Автор: Гүзәл Борханова