Республикала ике автобус ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә

Дүшәмбе, 23 июлдә, иртә таңда юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Ивеко һәм НеФАЗ вахта автобустары бәрелешә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр бар.

Юл-транспорт ваҡиғаһы Өфөнөң Орджоникидзе районы биләмәһендә Энергетиктар урамында теркәлә. Авария һөҙөмтәһендә Ивеко водителе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Тағы ла алты кеше еңелсә тән йәрәхәттәре ала.

Ваҡиға урынында белгестәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.