Республикала һауа температураһы + 4 градусҡаса һалҡынайтасаҡ

Иртәгә, 24 июлдә, Башҡортостанда һауа температураһы түбәнәйәсәк. Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, шишәмбе ,төндә һауа температураһы + 4 градусҡаса һалҡынайтасаҡ.

Иртәгә яуым-төшөмһөҙ, болотло һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы төндә 14 градус, республиканың көнсығыш райондарында + 4 градус йылы. Көндөҙ утыҙ градус эҫе.

Башҡалала яуым- төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 29 градус эҫе буласаҡ.