Мәңгелек бәхәс

Таптыков ауылының тапалған проблемалары. Өфө эргәһендә генә урынлашҡан ауылда ер өсөн тартҡылаш ғәҙәти күренеш. Был юлы ла йәмәғәт урынын ҡуртымға алып үҙ ҡанундарын индерергә тырышыусыға ауыл халҡы ҡаршы сыҡты. Йәнәһе лә, был урындан юл үтә һәм унда йорт төҙөргә тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөшкә әҙерлек дауам итә. Һөҙөмтәлә халыҡтың юл йөрөү мөмкинлеге лә сикләнә.

Таптыков ауылы халҡы ғүмер буйы тапаған юлда көтмәгәндә төҙөлөш эштәре башлана. Бағаналар ҡалҡып сыға, коммуникациялар өсөн йырындар барлыҡҡа килә. Халыҡҡа йөрөү өсөн дә юл өҙөлә.

Яңы хужаларға ерҙе үҙләштереүгә бер ни ҙә ҡамасауламай. Ауыл халҡының үҙ көсө менән төҙөгән балалар майҙансығы ла һүтелә башлай. Был күренештән халыҡтың түҙемлеге тамам юҡҡа сыға.

Халыҡ был урынды ҡуртымға биреү хата, тип иҫәпләй. Урамда кеше йөрөрлөк булһа ла йәмәғәт урыны булырға тейеш, ти Таптыков ауылы кешеләре.

Ғәҙеллек талап итеп ауыл халҡы урындағы етәкселеккә мөрәжәт иткән. Өфө районы хакимиәте мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирә.

Вәғәҙә тиҙ арала үтәлер тип ышана халыҡ . Кире осраҡта мәсьәләне лә ауылса хәл итеү менән янай.

Автор: Айнур Кәбиров