Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм эшҡыуарлыҡ. Гүзәл зат вәкилдәре айырыуса матурлыҡ салондары, мода индустрияһында уңышлы эшләй. Өфөлә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар йыйыны үтте. Форум барышында гүзәл заттар үҙ эшеңде асыу, капиталь башланғыс, килемле эшҡыуарлыҡ алып барыу буйынса фекер алышты.

Светлана Егорова, Кейем кибете етәксеһе: «Йыйынға матурлыҡ һәм мода өлкәһендә иң беренсе булып торған лидерҙар йыйылды. Улар башҡарған эштәр тураһында халыҡ та белһен ине.»