Ҡурғанда һабан байрамы

Киләһе Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы Һамар өлкәһендә үтәсәк. Ҡурғандар эстафетаны һамарҙарға тапшырҙы. Ил кимәлендә ойошторолған милли байрамда был юлы 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан республикаһы исеменән Нуриман һәм Баймаҡ райондары сығыш яһаны.

Ҡурған өлкәһе башҡорттарына, ғөмүмән, һабантуй ҡунаҡтарына Башҡортостан делегацияһының йырлы сәләме. Яҡташтарыбыҙ ҙур булмаған театрлаштырылған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Ул бай йөкмәткеле булды. Бигерәк тә Совет илендә тәүге республиканы төҙөүҙә ҡатнашҡан шәхестәрҙе һынландырыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Ҡурған өлкәһе хакимиәте билдәләүенсә, IX Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында илдең төрлө төбәктәренән килгән делегация, ҡунаҡтар һаны 15 меңгә еткән. Байрамда ҡатнашыусылар төрки халыҡтарҙың йолаларын, милли аш-һыуҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тәҡдим иткән ихаталар менән танышты. Башҡортостан делегацияһы туҡталҡаһы мәҫәлән, үҙе бер йәйләүҙе хәтерләтте.

Байрам милли уйын, спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Төрки халыҡтарҙың милли билбау көрәше 104 спортсыны бергә йыйҙы. Улар араһында бигерәк тә үҫмерҙәр күп булды. Өлкән йәштәге көрәшселәр Татарстан республикаһы уйнатҡан призға һынау тотто. Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан егете Рушан Ильясовҡа етеүсе булманы. Башҡорт егете автомобиль менән бүләкләнде. Ә инде киләһе Х Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйын 2019 йылда һамарҙар ҡабул итәсәк. Был хаҡта Ҡурған өлкәһендә байрам барышында хәбәр ителде.

Автор: Азат Ғәлиуллин