Татыу ғаилә - ил күрке

Ғаилә - йәмғиәттең нигеҙе, һәр кешегә йәшәү көсө биргән йылы урын. Рәсәйҙә “Ғаилә ҡумтаһы” социаль акцияһы үтә. Проект балаларға иғтибарҙы арттырыу, ғаиләнең абруйын күтәреүгә йүнәтелгән. Илдең төрлө төбәктәрендә уҙғарылған саралар бөгөн Өфөлә "Планета" сауҙа үҙәгендә үтте.

Акция ун ике метрлы махсус автомобиль сәхнәһендә бара. Сара ғаиләләрҙе берләштергән ҙур байрамға әйләнде. Майҙанда Рәсәй ҡалаларында “Йыл ғаиләһе” конкурсында еңеүселәр тураһында видеояҙмалар күрһәтелә. Шулай уҡ ҡатнашыусылар өөсөн бушлай фото төшөү урыны эшләй. Балалар өсөн конкурстар ҙа уҙғарыла. Күсмә экспозиция ике көндән һуң Ханты-Мансиға юлланасаҡ. Акция Хабаровск ҡалаһында тамамлана.

Рената Шәйехова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе: « "Йыл ғаиләһе" проектында Башҡортостан йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Үҙебеҙҙең төбәк еңеүселәребеҙ бар. Улар өлгөлө, күп балалар тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт иткән кешеләр.»