Ветерандар сәләмәт тормош яҡлы

Өфөлә "Нефтехимик" ял итеү паркында хаҡлы ялдағылар өсөн туристик фестиваль үтте. Өфөнөң "Спортты үҫтереү" муниципаль автономия учреждениеһы, Орджоникидзе районының Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, ветерандар советы үткәргән сара сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән. Фестивалдә 80-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Ришат Фәйзрахманов, Өфө ҡалаһының ветерандар советы рәйесе: «Фестиваль бындай форматта беренсегә ойошторола. Сәләмәт тормошто пропагандалаған сараларҙы йыш үткәрәбеҙ. Ярыштар ҡыш ҡар өҫтөндә, йәйгеһен - йәшел үләндә үтә. Бөгөнгө бәйгелә баш ҡалабыҙҙың бөтә райондары ла ҡатнашты. Улар командаға бүленде, һәр командала 5 кеше: 3 ир-егет һәм 2 ҡатын-ҡыҙ.»

Ярыш ике этаптан торҙо. Тәүгеһе - спорт ярышы. Ҡатнашыусыларға бик күп һынауҙар аша үтергә тура килде. Икенсеһендә оло йәштәгеләр лагерҙарға бүленеп көс һынашты.

Ярышта Орджоникидзе районы командаһы еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды - Октябрь, өсөнсөнө - Киров районы командалары яуланы.