Башҡортостан ит, һөт һәм бал етештереү буйынса тәүгеләр рәтендә

2017 йылға йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәлә, ил буйынса республика ит етештереү, шулай уҡ эре мал баштары буйынса беренсе урынға сыға.

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов РФ-тың Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән берлектә республиканың ауыл хужалығы өлкәһендәге уңыштары, хәл ителәһе мәсьәләр хаҡында һүҙ алып барҙы. Илдә республика йылҡы малдары буйында- өсөнсө урынды, ә бал һәм ҡымыҙ етештереү буйынса- беренсе урынды биләй.

Фото: Интернет