Өфөлә йөк машинаһы еңел автомобиль менән бәрелешә

Бөгөн, 24 июлдә, Өфөлә йөк транспорты менән еңел автомобиль бәрелешә. Әлегә зыян күреүселәр хаҡында мәғлүмәт юҡ.

Шаһиттар һүҙҙәренсә, Зенцов менән Красина урамдары тыҡрығында Scania йөк машинаһы менән «ВАЗ-2114» автомобиле бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә, ВАЗ транспорт сараһы еңелсә механик зыян күрә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.