Өфөнөң Совет районында гараждар һүтелә

Уҙған ике аҙна эсендә Совет районының коммуналь хеҙмәттәре ун ике гаражды һүтә. Ҡоролмалар алынғандан һуң, уларҙың биләмәләре таҙартыла, ун ике транспорт сүп-сар түгелә. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Шулай уҡ, ошо көндәрҙә, Өфө дәүләт авиация-техник университетының студенттар ҡаласығы биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. БашРТС эштәренән һуң, биләмә тәртипкә килтерелә.