Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостандың өмөтлө башланғыстарын хуплаясаҡ

РФ-тың Ауыл хужалығы министрлығы республиканың өмөтлө башланғыстарын хуплаясаҡ. Был хаҡта ведомство етәксеһе Дмитрий Патрушев хәбәр итте. Ошо көндәрҙә ул Төбәк башлығы Рөстәм хәмитов менән осрашты.

Рөстәм Хәмитов, ике йылдан тамамланасаҡ Рәсәй программалары хаҡында билдәләп үтте. Шуға күрә, программаларҙы 2030 йылға тиклем оҙайтыу тәҡдим ителде. Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан иһә программалар хупланасаҡ. Шулай уҡ, республика 2017-2025 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү федераль ғилми-техник программалары йүнәләше исемлеген киңәйтеүҙе тәҡдим итте. Инициативаны тормошҡа ашырыу тоҡомсолоҡ продукцияларын ситтән килтереүҙе, тоҡомсолоҡ материалдары хаҡын кәметәсәк.

Бынан тыш, ил биләмәһенә яңы сирҙәрҙе индереү сикләнәсәк. Башҡортостан «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһын оҙайтыуҙы һораны. Был программала 2020 йылда тамамланасаҡ.