Өфөлә ҙур ойошма етәксеһе үлтерелә

Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙ арала Өфө моторҙар эшләү производство берләшмәһенең директор урынбаҫары Юрий Яшиндың үлеме буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эшен асыҡларға тырыша. 57 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе Өфөлә Сафронов күпере аҫтында табыла.

Юрий Яшин иртәнсәк, 20 июлдә машинаһына тип,төшә. Кеше булмаған урында билдәһеҙ кешеләр уға һөжүм яһай. Ваҡиға урынында көрәшеү һәм ҡан эҙҙәре ҡала. Ирҙең туғандары полицияға мөрәжәғәт итә. Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғата.

Киләһе көндә ир үле килеш Сафронов күпере аҫтында табыла. Ойошма етәксеһе үлеме хаҡында рәсми мәғлүмәт бирелмәй. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.