Фән буйынса совет ултырышында яҡташыбыҙ Геннадий Казанин Салауат Юлаев исемендәге ордены менән бүләкләнде

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы фән буйынса совет ултырышына яҡташыбыҙ, "Диңгеҙ арктик геологик эҙләнеүҙәр экспедицияһы" йәмғиәтенең генераль директоры Геннадий Казанин да саҡырылған.

Атлантик океан, Баренцев һәм Карск диңгеҙенә бихисап экспедициларҙа ҡатнашҡан белгес был йәһәттән бай тәжрибә туплаған. Был ҡаҙаныштары өсөн ул Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге ордены менән бүләкләнде. Геннадий Казанин әйтеүенсә, тәбиғәт ҡомартҡыларының халыҡ-ара кимәлдә танылыу алыуы төбәк өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Геннадий Казанин, Рәсәй фәндәр академияһы ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры: «Рәсәйҙә тәүге геопарктың барлыҡҡа килеүе ысынлап та, уникаль ваҡиға. Юнеско исемлегенә инеү халыҡ-ара статус алыу тигәнде аңлата. Тимәк, был ерҙәр менән тотош донъя ғалимдары, туристар ҡыҙыҡһынасаҡ.»

Автор: Айнур Кәбиров