Һеркәләнгән зефир

Республика йәш ғалимдары бал ҡорто һеркәләренән зефир етештергән. Ул фабрикала сығарылғанынан сифаты буйынса айырыла. Өҫтәүенә, һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Яңы төр продукция аҙыҡ-түлек өлкәһендәге бар тикшереүҙәрҙе лә уңышлы үткән. Әлеге ваҡытта ғалимдар башҡорт зефирын патентлау өҫтөндә эшләй.

Шуға ла ҡатнашма билдәле бер температурала ҡайнатыла. Теүәл 108 градусҡа тиклем. Кәм дә, юғары ла булырға тейеш түгел. Башҡорт дәүләт аграр университетының икенсе курс магистрантының зефир әҙерләүҙә үҙ ысулы бар. Әлегә тиклем ул бер ҡайҙа ла өйрәнелмәгән, ғилми яҡтан да тикшерелмәгән.

Зефир рецебында тап бал ҡорто йыйған һеркәләр өҫтөнлөк итә. Улар гранулалар ҙа. Тейешенсә ваҡланғас ҡатнашмаға ҡушыла. Ул буласаҡ продукция бер төҫтә булһын өсөн эшләнелә. Ғөмүмән, илдең төрлө предприятие-ойошмаларына технологтар тап ошо юғары уҡыу йортонда әҙерләнә. Уҡыу дәүерендә студенттар аҙыҡ-түлек өлкәһенә яңылыҡ индереү өҫтөндә эшләй. Зефир фән өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙың береһе.

Магистрант Анна Мишунина тап сифат, хәүефһеҙлек кеүек аҙыҡ-түлек талаптарынан сығып зефир әҙерләү ысулын уйлап тапҡан да инде. Тәү ҡарашҡа еңел күренһә лә, бөгөнгө һөҙөмтәләргә ирешеү ябай булманы, ти ул.

Анна Мишушина, Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты магистранты: «Ауырлыҡтар артта ҡалды тип әйтә алам. Сөнки эштәр бөгөн теүәлләнде. Ошо тема буйынса диплом да яҡланым. Зефирҙы тейешенсә етештерә алмағанда, ни өсөн мин был эшкә тотондом тип ваз кискән саҡтар булды. Хәҙер ҡарашым үҙгәрҙе. Миңә оҡшай.»

Автор: Азат Ғәлиуллин