"Рассвет" фермер хужалығы сөгөлдөр ҡаҙыуға төштө.

10 тонна яңы уңыш бөгөн үк кибет кәштәләренә, баҙарҙарға оҙатылды. Былтыр татлы тамыр гектарынан 40 тонна алынһа, йәшелсә быйыл да һөйөндөрмәксе, ти хужалыҡ етәксеһе.

Әлеге ваҡытта эш ҡул көсө менән башҡарыла. Былтыр сөгөлдөрҙөң уртаса хаҡы 6 һум 50 тин тип билдәләнһә, әлегә уның килограмы 20 һум. Хужалыҡ быйыл да мул уңыш алырға ниәтләй.

Николай Шляпкин, "Рассвет" фермер хужалығы етәксеһе: «Картуф та күпләп сәстек. 140 гектар тирәһе. Уларҙан да ҙур уңыш алырға теләк бар. Көнбағыш баҫыуы ла байтаҡ.»

Әйткәндәй, социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар күтәрелгән. Эксперттар быны миҙгел башланыуына бәйләй. Башҡортостанстат аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә уртаса хаҡтарҙы баҫтырып сығарҙы. Хаҡтарҙың күтәрелеүен белгестәр шулай уҡ яғыулыҡҡа хаҡ артыу менән дә аңлата, сөнки күп емеш-еләк сит илдән дә килтерелә.

Автор: Фәниә Юланова