Сит ил студенттары Башҡортостанда стажировка үтә

Халыҡ-ара Айсек йәштәр ойошмаһы тотош донъяның әүҙем студенттарын йыя. Өфөлә ойошманың вәкилдәре эшләй. Уны тулыһынса студенттар ғына етәкләй. Йәйҙе файҙалы үткәрергә тырышҡан волонтерҙар тураһында киләһе яҙмала.

Бармаҡ менән аралашыу түгел, ым-ишараға өйрәнеү. Проектта ҡатнашҡан бар студенттар ҙа инглиз телен яҡшы белә. Шуға ла төрлө милләт вәкилдәре бер-береһе менән иркен аралаша.

Аида Юнысова, Aiesec проекты менеджеры: «Өфөлә ҡырҡҡа яҡын сит ил студенттары бар. Улар Италиянан, Ҡытайҙан, Таиландтан һәм Төркиәнән килделәр.»

"Глобаль волонтер" исемле программа сит ил студенттарына урындағы тормош менән яҡындан танышырға ярҙам итә.

Ләйсән Шәрәфетдинова, Aiesec проекты менеджеры: «Әлеге ваҡытта ике проект бар: береһе экология буйынса, икенсеһе – балалар менән эшләү.»

Икенсе төркөм йәштәр Белорет районында экологик сәфәрҙә ҡатнаша. Йәйге ял итеү үҙәктәрендә лә ҡыҙыу мәл. Инглиз телендә уйындар, йыр өйрәтеү, балаларҙы тыңлатыу- барыһы ла ҡулдан килерлек эш, тип белдерә стажерҙар.

Төркиәнән килеүсе студенттар туғандаш телдә йыр ҙа отоп алған, башҡорт балы, ҡымыҙын ауыҙ иткән. Волонтерҙар Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә булып өлгөргән.

Мете Топач, волонтер: «Бер ай бындамын. ике аҙна Сибайҙа балалар менән эшләнем. Бик матур хәтирәләр тупланым, хатта тағы барырға теләк бар. »

Эмреджан Дуран: «Был минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе. Беренсе тапҡыр сит илгә остом. Өфө ныҡ оҡшаны. Бында тағы биш аҙна буласаҡмын.»

Мәҙәни аралашыу. Социаль проектта тупланған тәжрибә киләсәктә күп ишектәр аса. Мәҫәлән, Италиянан килгән сара рус телен университетта, ә Таиланд ҡыҙы Сумпсута үҙаллы өйрәнә. Ә бында иһә, белемеңде камиллаштырырға, аралашырға шарттар етерлек.

Халыҡ-ара ойошма Өфөлә 14 йыл эшләй. Төрлө төбәктәрҙән 80 студент йыл әйләнәһенә төрлө социаль проекттарҙа уңышлы ҡатнаша. Шулай уҡ республиканан биш тиҫтәгә яҡын ирекмән башҡа илдәргә юллана. Проект уларҙың һәләттәрен асырға, лидер булырға өйрәтә һәм донъяуи ҡарашты үҫтерә.

Автор: Лилиә Әһлиуллина