Өфө паркында «Өфө» футбол командаһының эскәмйәһе урынлаштырыласаҡ

Июнь айында Якутов исемендәге паркта футбол клубының исемле эскәмйәһе урынлаштырылды. Эскәмйә бәләкәй стадион формаһында яһалған, ҡыйығы ла бар.

Яңы арт-объект башҡала халҡына һәм клуб көйәрмәндәренә оҡшап ҡала. Социаль селтәрҙә бихисап кеше , ошондай уҡ эскәмйәне Еңеү паркында урынлаштырыуҙы һорай.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, клуб етәкселеге Орджоникидзе районы хакимиәте менән берлектә халыҡ һорауын ыңғай хәл итә. Ошо көндәрҙә Еңеү паркында клуб символы менән эскәмйә урынлаштырыласаҡ.