Башҡортостанда мәғариф министрының яңы урынбаҫары билдәләнде

Ошо көндәрҙә мәғариф министрының яңы урынбаҫары билдәләнде. Хәҙер урынбаҫар вазифаһы, быға тиклем ошо уҡ ведомствола юридик бүлекте етәкләгән Әлфиә Ғәлиеваға йөкмәтелде.

Республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, мәғариф министрының урынбаҫарын билдәләнеләр. Әлфиә Ғәлиева Өфө ҡалаһында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1995- 1996 йылдарҙа һалым инспекторы булып эшләй. 2011- 2018 й.й. республиканың Мәғариф министрлығында юридик бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара.