Башҡортостанда законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла

Белорет районында рөхсәтһеҙ 1,52 куб.м ағас ҡырҡыла. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Хәбәр итеүҙәренсә, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу хаҡында аноним рәүештә мәғлүмәт алына. Асыҡланыуынса, Белорет участка урмансылығында шыршы һәм аҡ шыршы ағастары ҡырҡыла. Урман фондына 34 000 һум күләмендә зыян килтерелә.

Ваҡиға сәбәптәре һәм ағас ҡырҡыусы асыҡлана. Тикшереү эше дауам итә.

Фото: Интернет