Өфөлә тәүлек эсендә һыуҙан һигеҙ кешене ҡотҡаралар

Эҫе көндәрҙә бар халыҡ һыу буйына ашыға. Уҙған тәүлек эсендә генә ҡаланың һыу инеү урындарында алты меңдән ашыу кеше ял итә. Һигеҙ ял итеүсе, шул иҫәптән өс бала, саҡ батмай ҡала.

«Ҡояш яры» һыу инеү урынында 51 йәшлек ҡатынды ҡотҡаралар. Ҡатын йылға уртаһына тиклем йөҙөп бара һәм уны ағым алып китә башлай. Фаразлауҙарынса, ул иҫерек була. Шулай уҡ, өс оло кеше һәм дүрт йәшлек бала Теплое күлендә фажиғәгә тарый яҙа. Шунда уҡ ҡотҡарыусылар 34 йәшлек ҡатынға ярҙам күрһәтә. Тағы ла апалы-ҡустылы ике баланы «Гольфстрим» ял итеү урынында ҡотҡарып ҡалалар.

Аҙна эсендә барлығы 21 кешегә ярҙам күрһәтелә.Ә һыу инеү миҙгеле башынан 73 кеше ҡотҡарыла, тип хәбәр итә Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Фото: Интернет