Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы алып барыусылары эфирға "Өфө" футбол командаһы формаһында сығасаҡ

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы бер нисә көнгә футбол телеканалына әйләнәсәк. Шаршамбы телевизор ҡараусылар яңылыҡтар сығарылышын икенсе форматта ҡараясаҡ.

Мәғлүмәт программалары студияһы футбол яланына әүереләсәк, ә алып барыусылар футбол командаһы формаһында сығыш яһаясаҡ. Шулай итеп, телеканал Европа Лигаһы уйыны алдынан спортсыларға дәрт өҫтәргә уйлай.

"Өфө" футбол командаһы менән "Домжале" командаһы уйыны кесе йома, 26 июлдә, үтәсәк. Уйын "Нефтсе" стадионында уҙа. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы уйынды тура эфирҙа күҙәтәсәк.