Өфөлә йәшәүселәрҙе,Мәрхәмәтлек диктанты сиктәрендә ,рус теленән үҙ белемдәрен тикшерергә саҡыралар. Сара 31 июлдә үтә. Йыйылған аҡса, мәктәпкә әҙерләнеү маҡсатында, күп балалы Быковтар ғаиләһенә йүнәлтеләсәк.
Ғаилә башлығы өс баланы – 13 йәшлек ҡыҙын, 10 йәшлек улын һәм уларҙың бер йәшлек һеңлеһен әсәләре ҡарамағына ҡалдырып, сығып китә. Ҡатын яңғыҙы ғына сығымдарҙы күтәрә алмай. Шуға күрә, Өфөлә йәшәүсе әүҙем кешеләр,Екатеринаға ярҙам йөҙөнән Мәрхәмәтлек диктантын ойоштора.
Сара 31 июлдә 12:00 сәғәттә Ике фонтан майҙанында үтә. Тексты уҡыу һәм хаталарҙы тикшереү эше БДУ уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Кислова Елена Павловнаға йөкмәтелә.
Мәрхәмәтлек күрһәтеү өсөн кәмендә ике йөҙ һум күсерергә мөмкин. Аҡса 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. Һаҡлыҡ банкаһы картаһы номеры- 4276 0600 2905 2310 (Владислав Александрович Я.)
Белешмә өсөн телефон: 8 (917) 445-69-30 (Владислав); 8 (962) 544-53-09 (Альбина).






