Өфөлә иҫке Ағиҙел күперендә автобустарға хәрәкәт итеү тыйыла

Өфөнән көнсығыш йүнәлешендә сығыу урынында транспорт хәрәкәтенә бер аҙ үҙгәрештәр индерелде. 26 июлдә таңғы биштә Ағиҙел йылғаһы аша үткән күпер асылды. Күпер оҙайлы ваҡыт төҙөкләндереү эшенә ябылғайны. Хәҙер ҡаланан ике һыҙат буйынса сығырға мөмкин.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, еңел автомобилдәрҙә генә хәрәкәт итеү мөмкин. Күперҙә транспорттарға сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек менән йөрөргә рөхсәт ителә. Иҫке күперҙе төҙөкләндереү эше ағымдағы йылдың февраль айында башланғайны. Күпер үҙе 1956 йылда төҙөлгән.

Инеү урынында махсус ҡапҡалар урынлаштырылған, улар йөк машиналары һәм автобустар хәрәкәтен сикләйәсәк. Махсус тамғалар һәм тыйыуҙар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан даими күҙәтелеп барасаҡ. Яңы күперҙә реверсив хәрәкәт итеү һаҡланасаҡ.

Фото: Интернет.