Тарихи матч

Иртәгә Башҡортостан футбол тарихында яңы осор башлана. Киске сәғәт 7-лә Өфө футбол клубы Европа лигаһында беренсегә көс һынаша. Яҡташтарыбыҙ Словениянан "Домжале" командаһын ҡабул итә. Һуңғыларының матч алды күнекмәләре баш ҡаланың "Нефтяник" стадионында үтте.

Мәскәү-Өфө рейсы пассажирҙары араһында Словения чемпионаты еңеүселәрен тәү ҡараштан табыу еңел түгел. "Домжале" командаһы баш ҡалаға төндә килеп етә, шуға ла уларҙың иң беренсе теләге тиҙерәк йоҡлау. Улар үҙҙәренең беренсе уйынын йәкшәмбе Словенияла үткәрә. Шуға ла "Өфө" командаһы менән уйынға әҙерләнергә ваҡыт самалы. Сергей Томаров командаһы "Домжале" тураһында күп белмәйҙәр, әммә улар башҡорт футболистарын көслө команда иҫәбендә күрә.

Симон Рожман, "Домжале" футбол клубы баш тренеры /Словения/: «Өфөлә беҙҙең милли командабыҙҙың уйынсыһы Боян Йокич уйнай, "Өфө" - бик көслө команда, бигерәк тә үҙ майҙанында үткән уйындарҙа. Әлбиттә, "Өфө"ләр фавориттар иҫәбендә, әммә беҙ еңер өсөн мөмкин тиклем көс һаласаҡбыҙ.»

Шамар Николсон, "Домжале" футбол клубы һөжүмсеһе /Словения/: «Минең уйымса, уйын бик ауыр буласаҡ. Ғөмүмән алғанда, был турнирҙа еңел уйындар юҡ. Бөтә командалар ҙа Европа лигаһы төркөмөнә эләгергә тырышасаҡ.»

Словения футболистары юлдан һуң ҡунаҡханала ял иткәндә, "Өфө" командаһы көйәрмәндәре стадионда әҙерлек эштәре алып бара. Был уйын өсөн улар яңы махсус баннерҙар элә, тик унда ниндәй һүрәт булғаны әлегә сер булып ҡала. Бөтә әҙерлек эштәре төндә алып барыла.

Андрей Коленченко, "Өфө" футбол клубы көйәрмәндәре менән эшләүсе белгес:«Баннерҙа нимә булғанын әлегә әйтмәйем, барыһы ла 26 июлдә киске сәғәт 7-лә билдәле буласаҡ. Банер матур килеп сыҡһын өсөн ныҡ тырыштыҡ.»

"Домжале" командаһының төп бурысы күнекмә ваҡытында яһалма уйын яланына өйрәнеү булды. Әммә ҡунаҡтар шарттарға зарланмай - ҡағиҙәләр бөтәһе өсөн дә тигеҙ. "Домжале" командаһы тренеры Симон Рожманға әле ни бары 35 йәш. Һуңғы уйындарҙа һаҡсы Дарио Мельнякка иғтибар көсәйә , Европа Лигаһында ул ике гол индерә.

Дарио Мельняк, "Домжале" футбол клубы һаҡсыһы: «Минең төп бурысым, ҡапҡа һаҡлау. Аҙаҡҡы ике уйында уңыш минең яҡта булды, ике тапҡыр гол индерҙем. Әммә кем индереүе мөһим түгел. »

Уйынға sportbst аккаунтына яҙылыусылар эләгә ала. Бының өсөн Инстаграмда пост яҙырға һәм башҡа ҡатнашыу шарттарын үтәргә кәрәк буласаҡ.