Законһыҙ төҙөлгән объекттар һүтелә

Бөгөн Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина урамындағы законһыҙ төҙөлгән кибет емерелде. Ләкин сауҙа үҙәге хужаһы суд ҡарары менән килешмәй. Уның әйтеүенсә, объектты һүтеү ҡарары сауҙа нөктәһенең элекке милексеһенә ҡарата сығарылған.

Азат Ғәлиуллин, кибет хужаһы вәкиле: «Бына күреп торорһоғоҙ, ошоноң урынына яңыны төҙөйәсәктәр һәм икенселәргә бирәсәктәр».

Ләйсән Ноғоманова, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы матбуғат саралары менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Өфө ҡалаһының Совет районы суд приставтары бүлегендә ошо объектты емереү буйынса суд ҡарары бар. Был ҡарар буйынса башҡарыу эштәре ҡуҙғатылды»

Быйыл Өфөлә ун һигеҙ рөхсәтһеҙ төҙөлгән объектты һүтеү күҙаллана. Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, ғәмәлдә алынырға тейешле биналар тағы ла артыуы ихтимал. Сөнки тикшереүҙәр дауам итә.