Һөнәрендә иң яҡшыһы

Эшсе һөнәр оҫталары һынау тота. Өфөлә етенсе йыл рәттән «Торлаҡ хужалығы өлкәһендә иң яҡшы һөнәрмән» исемле конкурс үтә. Ул теоретик һәм практик өлөштән тора. Бөгөн Дим биҫтәһенең Торлаҡ-хужалығы идаралығы нигеҙендә слесарь-сантехник, иретеп- йәбештереүсе, электрик һәм балта оҫталары өсөн профессиональ бәйге ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Торба ямау. Бәйге һынауҙары ысын эш шарттарына яҡын. Ләкин иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеү өсөн уны тиҙ һәм сифатлы башҡарырға кәрәк.

Айҙар Ғибәҙәтов, слесарь-сантехник: "Ваҡыт тар булыуына ҡарамаҫтан, эштең сифатына зыян килергә тейеш түгел. Йыл һайын тиерлек ҡатнашам, һынауҙар ҙа ҡатмарлаша бара. Шулай ҙа үҙемдең һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен"

Рәис Йомаҙилов, Өфө ҡалаһының торлаҡ хужалығы идаралығы директорының беренсе урынбаҫары: "Ҡатнашыусыларҙың оҫталыҡтары йылдан-йыл күтәрелә, һынауҙар ҙа төрлө. Мәҫәлән, иретеп-йәбештереүселәр подвалда һыу ебәргән торбаны йүнәтә, слесарҙар йылытыу торбаларын йыйыу һәм һүтеү эштәрен башҡара. Әлбиттә, хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәт һаҡлау талаптарына тап килеүен дә ҡарайбыҙ."

Ете йыл эсендә бәйге матур йолаға әүерелде. Ул һөнәрмәндәрҙең профессиональ оҫталыҡтарын арттырыу, һәләтле белгестәрҙе асыҡлау, торлаҡ фондын тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү өсөн ойошторола. Ҡала этабы конкурсы еңеүселәре 27 июлдә Ҡала мәҙәниәт һарайында бүләкләнәсәк.

Автор: Лилиә Әһлиуллина