Республикала ир өс балаһы менән ҡатынын эҙләй

Бөрө ҡалаһында туғандары Лидия Апканиеваны эҙләй. Ҡатын, өс балаһы менән, шишәмбе, 24 июлдә, юғала. Ошо ваҡыттан алып уның тураһында мәғлүмәт юҡ.

Лидияның юғалыуы хаҡында мәғлүмәт социаль селтәрҙә баҫылып сыҡты.

«Дүшәмбе көнө беҙ ныҡ ҡына талаштыҡ. Шишәмбе эштән ҡайтыуға, ул өйҙә юҡ ине»,- тип хәбәр итә Лидияның ире.

Юғалыусылар хаҡында мәғлүмәт белеүселәрҙе 8 987 147 06 84 (Ришат) йәки 02, 102 телефондарына шылтыратыуҙары һорала.