Өфөлә мутлашыусы адвокатты хөкөм иттеләр

Быға тиклем адвокат булып эшләүсене иректән мәхрүм иттеләр.32 йәшлек ир мутлашыуҙа ғәйепләнә. Ул 2 млн һум күләмендә аҡса урлауҙа ғәйепләнә.

Республика Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, адвокатка ике йәш егеттең әсәләре мөрәжәғәт итә. Улар наркотик матдалар менән эш итеүҙә ғәйепләнгән була. Адвокат 1,8 млн һум күләмендә аҡса һорай. Ул аҡсаны, ҡарарҙы еңеләйтеү маҡсатында, судьяға тапшырасағын белдерә.

Алған аҡсаны үҙ маҡсатында сарыф итә. Наркотиктар менән эш итеүсе егеттәр 17 һәм 18 йылға иректән мәхрүм ителә. Шунда уларҙың әсәләре хоҡуҡ һаҡлау органына адвокат менән булған хәлде һөйләй. Суд адвокатты өс йылға иректән мәхрүм итә.

Фото: Интернет