Республика башҡорт балын ҙур күләмдә ситкә сығарасаҡ

Айырыуса, башҡорт балын күпләп Ҡытайға сығарасаҡтар. Был хаҡта Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Сит илгә һатылған тауар яҡшы билдә алды.

Хәҙер балдың сифатын һаҡлау, шулай уҡ, тауарҙы тейешле һауыт менән тәьмин итеү өҫтөндә әүҙем эш алып барыла. Рөстәм Хәмитов, 2021 йылда Башҡортостанда «Апимондия» бал тотоу ассоциацияһы федерацияһының Халыҡ-ара XLVII конгресы уҙасағы хаҡында иҫкәртте.

Балсыларҙың төп сараһында 80-гә яҡын ил ҡатнашасаҡ. Конференциянан тыш, махсус күргәҙмә, мастер-кластар ойоштороласаҡ.

Фото: Интернет