Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

һуңғы тәүлектә Башҡортостанда һыуҙа йәнә өс балаланың ғүмере өҙөлдө. Миҙгел башынан алып өс тиҫтәнән ашыу кеше батып һәләк булды. Йәйге селләлә халыҡ йылға, күл буйҙарында ял итеү яғын ҡарай. Бындай шарттарҙа пляждарҙа алма төшөрлөк тә урын юҡ, шул иҫәптән тыйылған урындарҙа һыу инеүселәр һаны ла арта.

Өфө районының Жуково ауылы эргәһендә урынлашҡан күл - халыҡтың яратҡан ял итеү урыны. Бында миҙгел аҙағынаса ҡотҡарыусылар хеҙмәте дежур итә. Һыу буйында ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртеү маҡсатында Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре рейдҡа сыҡты. Эш барышында махсус листовкалар тараттылды.Шулай уҡ, ашығыс ярҙам күрһәтеү алымдары күрһәтелде.

Денис Ғәбдрәхимов, Башҡортостан республикаһының үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе: «Һыу инеү миҙгеле асылғандан алып авария ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре тарафынан 65 профилактик рейд үткәрелде. үкенескә күрә, ошо ваҡыт эсендә, 31 кеше һыуға батҡан, уларҙың бишәүһе балалар. былтырғыға ҡарағанда рейдттар һаны ҡырҡҡа артты. уҙған йыл 11 кешегә ярҙам күрһәткән инек. быйыл батып барыусы 105 кешене ҡотҡарып ҡалдыҡ.»

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре иҫкәртеүенсә һыу инеү миҙгелендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Бигерәк тә балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим. Һауа торошо боҙолған саҡта ҡотҡарыусылар һыу инеүҙән бөтөнләй баш тартырға кәңәш итә.

Александр Камышов, ял итеүсе: « Йылдағыса ейәндәрем менән ял итергә килдек. беҙ бында йыш булабыҙ. үҙем ошо күл буйына 25-30 йыл рәттән киләм. ул ҡаланан йыраҡ урынлашҡан, һыуы бик таҙа.хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тырышабыҙ. күреүегеҙсә, балаларға ҡотҡарыу жилеттарын кейҙерҙек. Уларҙы яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ.»