Хәлисә Мөҙәрисова сираттағы юбилей кисәһен билдәләне

Иглин халҡы уны Анна Ахматоваға тиңләй, күренекле шағирә, прозаик, драматург Хәлисә Мөҙәрисова сираттағы юбилей кисәһен билдәләне.

Ижади сара әҙибәнең тыуған яғында - Үктәй ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Байрам хужаһы саҡырылған ҡунаҡтарға - ҡәләм оҫталары һәм ауылдаштарына әҫәрҙәрен уҡып илһам көсө алды. Райондың үҙешмәкәр артистары Хәлисә Мөҙәрисованың шиғырҙарына яҙылған билдәле йырҙарҙы башҡарҙы.

Хәлисә Мөхәмәҙиева, шағирә, журналист: «Шиғырҙарымдың башланғыстары ошо ауылда булды. Хикәйәләремдәге геройҙарым да ошо ауылдан. Шуға күрә иҫ китмәле һағыныу тойғоһо менән ауылыма ҡайтам.»

Хәлисә Мөҙәрисова тамашасыларҙы тиҙҙән яңы пьесалары менән һөйөндөрөргә лә уйлай. Улар ҙа "Бәхет хаҡы" спектакле кеүек халыҡ тарафынан уңышлы ҡабул ителер тип көтөлә. Әйткәндәй, ижадсыны яңы үрҙәр яулауға тыуған ауылы илһамландыра.