Өфөлә йәштәр өсөн хеҙмәт урындары йәрминкәһе үтә

2 августта Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге сираттағы йәрминкә ойоштора. Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Унда төрлө хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк.

Йәрминкәлә йыйыштырыусы, диспетчер, инженер, курьер, менеджер, официант, ашнаҡсы, һатыусы, шәфкәт туташы кеүек хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк. Сарала компьютер диагностикаһын үтеү мөмкинлеге буласаҡ.

Бар борсоған һорауҙарға белгестәр яуап бирәсәк. Сара Ибрагимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтә.

Фото: Интернет