Өфөлә ретро-автомобилде төҙөкләндерәләр

«Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» МУП-ы белгестәре ЗИС-5 ретро-автомобилен төҙөкләндерә. Автомобиль 1949 йылда ҡаланы йыйыштырыу маҡсатында сығарыла. Транспортты дүрт ай эсендә яңынан сафҡа индерәләр.

ЗИС-5 һуғыш осоронда Ҡыҙыл Армияның мөһим транспорттарының береһе була. Яңыртылған автомобиль Силәбелә сығарылған. Быға тиклем транспорт башҡаланың 85-се һанлы мәктәбе биләмәһендә ултыра һәм уҡыу әсбәбе булараҡ ҡулланыла. Ағымдағы йылдың март айында Махсус автохужалыҡ белгестәре автомобилде тулыһынса һүтеп ала. Уны тарихи фотоһүрәттәр буйынса яңынан сафҡа индерәләр.

Автомобиль двигателе яҡшы торошта һаҡланған була. Белгестәр бер нисә урынды төҙөкләндерә. Билдәләп үтергә кәрәк, был тәүгә төҙөкләндерелгән ретро-автомобиль түгел. Киләсәктә уларҙы ретро-автомобилдәр күргәҙмәһендә күрергә мөмкин.