Башҡортостандың Ҡыйғы районында иҫке мәктәп төҙөкләндерелә

Был маҡсатта «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә 430 мең һум күләмендә аҡса бүленә. Бынан ярты быуат элек төҙөлгән Дүшәнбәк ауылындағы мәктәп ниһәйәт, яңы һулыш аласаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» фиркәһенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәптә ағас иҙәндәр серегән. Белем учреждениеһы хәүефле була. Ремонт эштәренә дүрт кешенән торған төркөм тотона.

Мәктәптә беренсе кластан туғыҙынсы класҡа тиклем 80-гә яҡын бала белем ала. Белем учреждениеһына өс ауылдан йөрөп уҡыйҙар. Яңы уҡыу йылын балалар төҙөкләндерелгән мәктәптә башлаясаҡ.

Фото: Интернет