Өфө паркында яңы арт-объект урынлаштырылды

Никахҡа инеүселәр өсөн йәш парҙар аллеяһы ҙур бүләк буласаҡ. Фотоға төшөү урыны ла арт-объекттар исемлеген тулыландырасаҡ.

Паркта «Теләктәр эскәмйәһе», «Ғашиҡтар күпере» кеүек объекттар урынлаштырылған. Шулай уҡ, фонтан менән шарлауыҡ та аллеяға йәм өҫтәй. Шуға күрә,«Беренсе Май» паркы ял итеүселәр өсөн күркәм урын булып тора.

Бынан тыш, спорт менән шөғөлләнергә лә майҙансыҡ бар. Йәй көндәре велосипедта, ҡышҡыһын иһә саңғыларҙа йөрөү мөмкинлеге бар. Балалар өсөн күңел асыу саралары эшләй.