ОСАГО үҙгәреш юлында

ОСАГО тарифтарына үҙгәрештәр быйыл йәй түгел, ә көҙгөһөн индереләсәк. Уға ярашлы, тариф коридорының 20 процентҡа төшөүе һәм күтәрелеүе көтөлә. Йәғни, тәжрибәле водителдәр полис өсөн аҙыраҡ түләй башлаясаҡ. Ә бына юл ҡағиҙәләренә ҡаршы килеп, аварияларға йыш эләгеүселәргә реформа киреһенсә, кеҫәһенә һуғасаҡ.

ОСАГО буйынса түләүҙәрҙе ҡайтара алмаған водитель страховкалаусы компания бинаһы ҡаршыһында үҙенең емерек автомобилен ҡалдырып киткән. Ойошма етәкселеге билдәләүенсә, транспорт хужаһы документ юлларға иренгән. Хәҙер тимер аты парковка урынын биләй. Сағыштырып ҡарағанда, авариянан һуң күрелгән зыян кимәле буйынса Александр Шоховҡа уңыш йылмайған тиергә була. Әммә Архангел районында йәшәүсе уҙаманға страховка түләүҙәрен ҡайтарыу өсөн Өфөгә килеү талап ителә. Эксперттар хәҙер зыян күләмен иҫәпләй. 30 йыл стажы булған водитель был аварияға тиклем юл-транспорт ваҡиғаларына берҙе лә эләкмәгән.

Александр Шохов, зыян күреүсе водитель: « Баҡалды ауылы яғынан килгәндә, юл ситендә бер машина ултыра ине. Уға килеп еткәс, ҡапыл ҡуҙғалып китте лә һул яҡтан килеп бәрелде. Водитель йәш булып сыҡты, руль артына ултырыуына ни бары ике аҙна ғына. Ярай, минең тәжрибәм бар. Ваҡытында маневр яһаным. Был осраҡта юл ситенә тәгәрәп төшөү хәүефе лә юғары ине.»

Белгестәр билдәләүенсә, 24 йәшкә етмәгән водителдәр хәүефле йөрөй һәм улар өсөн ОСАГО коэффициенты ла юғарыраҡ булырға тейеш. Был Рәсәй Үҙәк банкы ҡарары. Тиҙҙән тариф коридорының да 20 процентҡа арттыуы һәм кәмеүе көтөлә. Әгәр ҙә хәҙер иң түбән тариф 3 мең 432 һум күләмендә билдәләнһә, иң күбе 4 мең 118 һум тәшкил итә. Ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәрҙән һуң коридор 2 мең 746 һумдан 4 мең 942 һумға тиклем буласаҡ. Яңы ставка буйынса полис хаҡы 6 мең 600 һумға тиклем төшөргә, шул уҡ ваҡытта 11 мең 900 һумға тиклем артырға мөмкин.

ОСАГО тарифына бәйле үҙгәрештәр быйыл йәй ғәмәлгә инергә тейеш ине. Әммә Рәсәйҙең Үҙәк банкы техник сәбәптәр арҡаһында процесты көҙгә ҡалдырҙы. Полис хаҡы һәр водителгә шәхсән иҫәпләнеп, ғәҙел булыр тип көтөлә.

Автоһәүәҫкәрҙәрҙең йәше һәм стажына бәйле коэффициенттар әлегә биш категория буйынса ҡарала, норматив акттар үҙ көсөнә ингәс уларҙың иҫәбе иллегә етәсәк. Хаҡтарҙы билдәләгәндә, страховка осраҡтары статистикаһы, водителдең юлдағы тәртибе күҙ уңында тотола.

Сергей Коровин, Рәсәй үҙәк банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары: «"Бонус-малус" коэффициентына ярашлы, әле аварияһыҙ йөрөгән водителдәргә ташламалар бирелә һәм киреһенсә, юлда иғтибарһыҙ булғандарға өҫтәмә түләүҙәр ҡуйыла. Коэффициент йыл дауамында бер нисә тапҡыр алмашына ала. Рәсәйҙең Үҙәк банкы уны йылына тик бер тапҡыр ғына билдәләргә тәҡдим итә. Быға ҡушып, водителдә бер нисә коэфицент булған осраҡта, тик иң түбәненә генә иғтибар ителәсәк.»

Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, илдә водителдәрҙең 83 процентында ыңғай страховка тарихы бар. Әле уларға дыуамал автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә яуап биреп, полис хаҡын артығыраҡ түләргә тура килә. ОСАГО реформаһы - был ғәҙелһеҙлеккә нөктә ҡуясаҡ.

Страховклаусы компанияларҙың былтыр 15 миллиард һумлыҡ юғалтыуҙар менән эшләгән булыуы билдәле. Тариф коридорының үҙгәреүе ойошмалар араһында конкурентлыҡ булдырып, уларҙың эшмәкәрлегенә асыҡлыҡ индерер тип көтөлә.

Елена Рябова, страховкалаусы компанияның Башҡортостандағы филиалы етәксеһе: « 2016-2017 йылдар компания өсөн бик ауыр булды. Әлегә финанс хәл яҡшыраҡ. Был, тәү сиратта, зыянды ҡаплау процессы көйләнеүенә бәйле. Ремонттар ваҡытында башҡарыла башлағас, намыҫлы клиенттарҙың ышанысы ла артты.»

Илдең финанс министрлығы ОСАГО полисын өс йылға тиклем рәсмилләштереү, уның буйынса түләүҙәрҙе ике миллион һумғаса арттырыу кеүек үҙгәрештәр индереү ҙә планлаштыра. Шул уҡ ваҡытта юғарыла страховкаһыҙ йөрөгән водителдәргә штраф күләмен арттырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә йыш яңғырай

Автор: Гөлназ Хәйбуллина