Баҫыу көнө баймаҡта

Баймаҡ районында көньяк төбәктәр өсөн "Баҫыу көнө" төбәк-ара семинар-кәнәшмә үтте. Сара 300- ләп тармаҡ белгесен йыйҙы. Ауыл хужалығы алдында торған мөһим бурыстар, көҙгө баҫыу эштәренә әҙерлек, яны техника һәм селекция өлгөләре менән таныштырыу, дәүләт программалары буйынса үҙгәрештәр һәм башҡа мәсьәләләр семинар эшендә ҡаралды.

Баҫыу көнө үҙенең тәбиғәт,эш үҙенсәлектәренә ҡарап 5 төбәктә һәм көньяҡ райондар өсөн айырым үткәрелде. Билдәле был төбәк ҡырыҫ тәбиғәт, ҡоролок шарттарында ер эше менән шөғөлләнә һәм яңыса эшләргә өйрәнә. Баймак районының тәжрибә хужалығы элек электән тармаҡ эшен фән менән берлектә алып бара. Улар семинарға килеүселәргә 136 төр үҫемлек сәселгән майҙандарҙы күрһәтте. Ул тәжрибә өсөн дә, королок шарттарында кулланыуға тәкдим ителгән дә сорттар.

Республика баҫыуҙарының ҙур өлөшө көнбағыш, рапс , етен, гәршиш кеүек отошло культураларға бирелгән. Майлы культураларҙың хакы баҙарҙа күпкә юғарыраҡ, ләкин был иген майҙандарының күләме ҡырка кәмене тигәнде аңлатмай.Республикала быйыл да уңыш буласак , ти белгестәр.

Рәсәй буйынса быйыл 100 млн тонна уңыш йыйып алыу күҙ унында тотола, былтыр был һан 135 миллион тонна ине. Ләкин бөгөн акса эшләргә мөмкинлек биргән башка культураларҙы оноторға ярамай.

Баҫыу эштәренең барышын дәүләт ярҙамыһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, төрлө программалар, субсидиялар биреүҙең тәртибә һуңғы ике йылда шул ук калһа ла 20 се йылдан талаптар үҙгәрә башлай. Бының өсөн әле ук тармак белгестәренең теләктәре һәм тәкдимдәре иҫәпкә алына башлаясак. Баҫыу көнө артабан үткәрергә кәрәк тигән һығымта яһай ведомство. Әле ул Ҡырмыҫкалы һәм Кыйғы райондарында көтөлә.

Автор: Гөлнур Ишбулатова