Йылайыр ауылының 270 йыллыҡ байрамына бүләк

Уның ҡулында балта-бысҡы уйнап тора. Башҡаларға ғәҙәти ағас киҫәге булып күренгән түмәрҙәргә йән өрөүсе оҫта Йылайыр ауылында йәшәй. Өҫтәмә белем биреү системаһында эшләүсе педагог йәйге ял мәлендә лә эшһеҙ тормай.

Иртә менән ул йәшәгән йорт алдында мотобысҡы һәм балта тауыштары ишетелә. Ағас һырлау оҫтаһы Иван Анатольевич тыуҙырған композициялар иҫәбе меңдән ашыу. Ул үҙенә бөтә ағасты ла буйһондора ала. Башлыса ылыҫлылар менән эш итә. Ҡарағастан эшләнгән һындар оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Башта композицияның эскизы һыҙыла. Һуңынан мотобысҡы, балта ярҙамында формалар киҫелә, ҡасау ярҙамында ваҡ деталдәр уйыла.

Иван Сучков, ағас һындар эшләүсе оҫта: «Тиҙҙән эшкә сығырға, төп эшем башланғансы был һындарҙы тамамлап ҡуйырға ине. Ауыл хакимиәтенең заказына бик яуаплы ҡарайым.»

Иртә менән илһамланып айыу һындарын эшләүсе оҫта эргәһенән һәр кем һоҡланып үтә. Әкиәт һәм йәнһүрәт аша таныш айыуҙарҙы оҫта ҡуллы уҡытыусы мотобысҡы менән һырлап, ысын тәбиғәттәге айуҙарға тартым итеп һынландырған.

Был айыуҙарҙы ул ауыл хакимиәтенең масус заказы буйынса ижад итә. Һәр һынды эшләү өсөн яҡынса аҙнанан ашыу ваҡыт сарыф итә. Был инә айыу һәм балалары менән композиция Йылайыр ауылының 270 йыллыҡ байрамы алдынан тапшырылырға тейеш.

Иван Сучков, ағас һындар эшләүсе оҫта: «Был өкө күргәҙмәләр һәм һабантуйҙарға махсус эшләнде. Балаларға күргәҙмә-әсбап булараҡ та ҡулланам. Һындарҙы натураль ҙурлыҡта эшләйем.»

Оҫтаның коллекцияһы битлектәр, өкө һәм бал һауыттары менән тулыландырылған. Тиҙҙән өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләүсе педагогтың яңы эше менән төбәккә килеүселәр ҙә һоҡлана аласаҡ.

Иван Сучков эшләгән был композиция райондың визит карточкаһы булып теүәл егерме йыл хеҙмәт иткән. Тиҙҙән был һындарҙы яңы ысул менән эшләнгән ауыйҙар коллекцияһынан композиция тулыландырасаҡ. Был оҫтаның Йылыйыр ауылының байрамына махсус бүләге лә буласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова