Башҡалала Өфөнөң тәүге электромонтёры скульптураһы барлыҡҡа килде

Башҡалала яңы арт-объект урынлаштырылды. Скульптура Өфөнөң тәүге электромонтерына арнала.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эскиз ҡала дизайны үҙәге тарафынан эшләнә. Объекттың авторы- скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Композиция бағаналағы лампаны алмаштырырға менеп барған махсус кейемдәге электромонтерҙы һынландыра.

Арт-объектты әҙерләүгә 3-4 аҙна ваҡыт сарыф ителә. Скульптура ауырлығы буйынса 60-70 кг тәшкил итә.