Республикала юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше һәләк була

Бөгөн, 30 июлдә, ҡот осҡос аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлә. Ҡалған пассажирҙар Благовещенск ҡалаһының дауаханаһына оҙатыла.

Фото №1 - Республикала юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше һәләк була

Бөгөн иртәнсәк Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 66 саҡрымында Audi A6 менән Лада-Веста автомобилдәре бәрелешә. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, полиция һәм тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре килә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк була, ете кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Әлеге ваҡытта авария урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ