Республикала 26 йәшлек егет, хат ҡалдырып, өйөнән сығып китә

Учалыла 26 йәшлек егетте туғандары эҙләй. Йәш егет өйҙә хат ҡалдырып китә. Егеттең юғалыуы хаҡында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыға.

25 июлдә Учалыла 26 йәшлек Азамат Бикмөхәмәтов юғала. Йәш егет, үҙен ғәфү итеүҙе һорап, хат ҡалдыра. Хафаланған туғандары ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белгәндәрҙе 8963 141 52 46 йәки 8 964 963 23 57 телефон һандары буйынса шылтыратыуҙары һорала. .

.