Өфөлә полиция хеҙмәткәренең 8 фатирына һәм 8 автомобиленә арест һалына

Башҡортостан Прокуратураһы 36 йәшлек Эске Эштәр министрлығы хеҙмәткәренең күп миллионлы мөлкәтен суд аша тартып алыуын һорай.

Прокуратура тарафынан ойошторолған тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2012- 2017 йылдарҙа, йыллыҡ килем күләме бер миллион һум тирәхе булғанда, полиция хеҙмәткәре 42 миллион һумға торошло һигеҙ фатир, биш автомобиль ҡуйыу урыны, өс ер бүлеме һатып ала. Шулай уҡ, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре дүрт йорт һала. Дүрт фатир һәм өс автомобиль ҡуйыу урыны «Эверест» элиталы торлаҡ комплексында урынлашҡан. Тағы ла ике фатирҙы Евпаториянан алған. Мөлкәтенең бер өлөшөн полиция хеҙмәткәре туғандары исеменә теркәгән.

Республика прокуратураһы Өфөнөң Ленин район судына полиция хеҙмәткәренең мөлкәтен тартып алыуҙы һорай. Бар объекттарға арест һалына.